Президент Владимир Путин Башҡортостанда инвестиция шарттары буйынса милли рейтингта яҡшы күрһәткестәргә ирешеүен баһаланы. Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында ул алдынғы төбәктәрҙе атаны.
Башҡортостан инвестиция шарттары буйынса рейтингта бишенсе урын алды. Иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев белдереүенсә, хәҙерге заманда төп инвестициялар фәнгә һәм белем биреүгә булырға тейеш.
Санкт-Петербургтағы иҡтисад форумында Башҡортостан 70 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөнө.







