Документҡа Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында ҡул ҡуйылды. Беҙҙең республика Һамар, Һарытау, Ульяновск, Пенза өлкәләре, Удмурт республикаһы һәм Пермь крайы менән комплекслы инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра. Ул 70 проектты берләштерә. Хаҡы 100 миллиард һумдан арта, тип белдерҙе беренсе вице-премьер-иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.







