Башҡортостанда 19 йәшлек ҡыҙ үҙе йөрөткән квадроцикл аҫтында ҡалып һәләк булған

Был хәл, Ауырғазы районында Яҡтыкүл янында булған. Ҡыҙ квадрациклды йөрөткәндә ҡапыл боролған, техника түңкәрелгән. Водитель ашығыс ярҙам машинаһында үлгән. Республика автониспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, квадроциклдың документтары теүәл түгел, ҡыҙҙың водитель танытмаһы бөтөнләй юҡ. Баш автоинспектор Владимир Севастьянов белдереүенсә, квадроциклда шәп килгәндә ҡапыл боролорға ярамай, ул водитель менән бергә түңкәрелеүе мөмкин. Бындай транспорттың ауырлығы 300 килограмға  етә.

Фото №1 - Башҡортостанда 19 йәшлек ҡыҙ үҙе йөрөткән квадроцикл аҫтында ҡалып һәләк булған
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ