Республика һөнәренең ысын оҫтаһы булған, намыҫлы эшләгән аҡ халатлылар менән дан тота. Шундай кешеләрҙең береһе - танылған хирург Рәшит Баҙыҡов. Ул баш ҡалабыҙҙың Почетлы гражданы, 60 йылға яҡын ғүмерен медицинаға бағышлаған. Табип оҙаҡ йылдар республика онкология диспансерында торакаль хирургия бүлеген етәкләне. 13 меңдән ашыу операция яһаным, ти Рәшит Баҙыҡов.
Рәшит Баҙыҡов бөгөн дә яратҡан һөнәренә тоғро ҡала, медицина өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләүҙә ҡатнаша.







