Ҡағиҙә боҙоусыларға 2000 мең самаһы протокол төҙөлгән. Улар араһында 62 ҡаршы һыҙатҡа сығыу осрағы теркәлгән. 32 водителдең балаларын креслоһыҙ йөрөтөүе, 43-өнөң руль артына иҫерек килеш ултырыуы асыҡланған.
Башҡортостандың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов фекеренсә, закондың һәм талаптарҙың йылдан-йыл ҡәтғиләшеүенә ҡарамаҫтан, эскән водителдәр проблемаһы көнүҙәклеген юғалтмай. Шуға ла юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәйенсә, иғтибарлы булыу мөһим. Автоинспекция рейдтары ял көндәрендә лә дауам итә.







