Мәрхәмәтле һөнәр эйәләре. Медицина хеҙмәткәре көнө уңайынан Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында тантаналы сара үтте.
Табиптар, шәфҡәт туташтары, лаборанттар һәм санитарҙар – медицина учреждениеһында бөгөн ике меңгә яҡын белгес эшләй. Сәхнә түренән фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәтеүселәргә оло рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Коллектив алдынғыларына ведомство наградалары, Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Билдәле патологоанатом, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табиб Виктор Ткаченко менән оториноларинголог Рәшит Шәрипов төбәктең «Иң яҡшы остазы» почетлы билдәһе менән бүләкләнде. Байрам сараһын танылған артистар ҡатнашлығындағы концерт биҙәне.
Гөлназ Хәйбуллина




