Баймаҡ районының халыҡ ижады үҙәгендә медицина хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Аҡ халатлылар алғы сафта. Һөнәри байрамдары уңайынан Баймаҡ районы медицина хеҙмәткәрҙәре халыҡ ижады үҙәгендә тәбрикләнде. Изге һөнәр эйәләрен бер тойғо берләштерә – хеҙмәткә һөйөү. Һаулыҡ һағында тороусылар хаҡында киләһе яҙмала.

Район халҡының сәләмәтлеге һағында Баймаҡ районы дауаханаһында 95 табип, 461 медицина хеҙмәткәре тора. Уларҙың араһында табип династиялары ла бар. Һәр береһе гиппократ антына тоғро ҡалып кешеләрҙе дауалай.

Һуңғы йылдарҙа районға йәш табиптарҙың ҡайтыуы ҡыуандыра. Ошо уҡ ваҡытта дауахана ла яңы медицина ҡорамалдары менән тулылана. Ауылдарҙа ла фельдшер-акушерлыҡ пункттары сафҡа индерелә. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған Түбә участкаһы фельдшеры Ғәлиә Әминева байрам уңайынан лайыҡлы наградаһын алып ҡыуанды.

Һуңғы йылдарҙа булған илдәге пандемия аҡ халатлыларҙы алғы сафҡа ҡуйҙы. Кешеләрҙең һаулығы ғына түгел, ғүмере өсөн көрәштә улар көндө-төнгә ялғаны. Был осор уларҙың профессиональ булыуына тағы ла бер дәлил булды.

Фото №1 - Баймаҡ районының халыҡ ижады үҙәгендә медицина хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ