Сирек быуаттан һуң награда үҙ геройҙарын тапты

Башҡортостан летчиктары «Ҡаһарманлыҡ ордены» менән бүләкләнәсәк. Был туралағы Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Дәүләт наградаһына Константин Бузанов, Петр Филипов, Салауат Хәбиров һәм үлгәндән һуң Владимир Былда лайыҡ булды. Яҡташтарыбыҙға орден батырлыҡ һәм юғары профессионаллек өсөн бирелгән.

1996 йылдың авгусында Анапанан Өфөгө осоусы самолетҡа ҡоштар тубы бәрелә. Һөҙөмтәлә двигателгә ут тоҡана. Ғәҙәттән тыш хәлдә юғалып ҡалмай, кеше ғүмерҙәрен, техниканы ҡотҡарып ҡалған яҡташтарыбыҙ тураһында киләһе яҙма.

Авиация ветераны Салауат Хәбиров Башҡорт авиалинияларының Ту-134 cамолетында Рәсәйҙе генә түгел, сит илдәрҙе лә урап сыға. Ун меңдән ашыу осош башҡара. Иң иҫтә ҡалғаны – 1996 йылдың 23 авгусында Анапа-Өфө рейсына сығыу. Авиалайнер юғары тиҙлек алып, ерҙән ҡуҙғалып, юғарыға күтәрелә башлауы була көслө шартлау яңғырай. Быға ҡоштар тубына бәрелеү сәбәпсе булған.

Титан деталдәрҙе штурман Салауат Хәбиров сирек быуаттан ашыу ҡәҙерләп һаҡлай. Авиация ветераны хәтирәләре менән уртаҡлашып, һауала ун һигеҙ минут осоуҙың мәңгелек булып тойолоуын билдәләне. Самолеттың тиҙлеге ҡапыл өс йөҙҙән 260 саҡрымға тиклем түбәнәйә. Бында кукуруз яланы юҡ. Аҫта – диңгеҙ генә. Хата яһау, контролде юғалтыу һыуға төшөү менән янай. Шуға пилоттар бер двигатель менән бортты горизонталь осошҡа күсерергә ҡарар итә, кире боролоп, лайнерҙы ювелир оҫталығы менән ергә ултырта. Һөҙөмтәлә яҡташтарыбыҙ 60 пассажирҙы үлемдән аралап ҡала.

Экипаж пассажирҙарға хәүеф янауы тураһында иҫкәртмәй. Аэропортҡа килеп төшкәс тә рейстың тотҡарланыуын техник сәбәптәргә бәйле тип кенә аңлаталар. Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған башҡорт пилоттарының ҡаһарманлығы билдәһеҙ ҡала. авиакомпания етәкселеге тарафынан улар ни бары маҡтау, рәхмәт һүҙҙәре һәм йөҙ һумлыҡ премия менән генә билдәләнә. Был турала хеҙмәт кенәгәләрендә лә яҙылған

Шулай ҙа 25 йыл үткәс двигателе янған самолетты ултыртҡан яҡташтарыбыҙҙы награда үҙе тапты. Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған Указға ярашлы, берҙәм команда Константин Бузанов, Петр Филипов, Салауат Хәбиров һәм үлгәндән һуң Владимир Былда «Ҡаһарманлыҡ ордены» менән бүләкләнә. Башҡорт летчиктарының батырлығын социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров та билдәләп үтте. «Беҙҙең үтенескә яуап биргән һәм тарихи ғәҙеллекте тергеҙгән Президентыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ», – тине Башҡортостан башлығы.

Ту-134 самолетына килгәндә, 1996 йылдың авгусындағы ваҡиғанан һуң һауа судноһына яңы двигатель ҡуйыла. Артабан ул оҙаҡ йылдар Рәсәй, хатта, сит илдәр һауаһында оса. Ысынлап та, ышаныслы машина була. Артабан ул ҡотҡарыусыларға уҡыуҙар ойоштороуға тапшырыла. Эшлектән сыҡҡандан һуң, металолломға ебәрелә... Шулай ҙа был самолет авиация ветерандары йөрәгендә мәңгелеккә урын ала.

Фото №1 - Сирек быуаттан һуң награда  үҙ геройҙарын тапты

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ