Бөгөн республиканың 16 районында һәм бер ҡалаһында һабантуй уҙҙы

Башҡортостанда һабантуйҙар осоро. Бөгөн ул йәнә 16 районда һәм бер ҡалала уҙҙы. Улар араһында Иглин, Салауат, Ҡариҙел, Шаран, Шишмә, Белорет райондары бар. Тәүге тапҡыр милли байрам Межгорье ҡалаһы биләмәһендә үтте.

Майҙанда, ғәҙәттәгесә, ялан батырҙары тәбрикләнде, ат сабыштары, көрәш, төрлө уйындар ойошторолдо. Байрамда ҡатнашыусылар Президент тарафынан иғлан ителгән махсус хәрби операцияға теләктәшлек тә белдерҙе. Барлыҡ һабантуйҙарҙа ла төрлө ветеран ойошмалары Рәсәй, Башҡортостан, Донбасс республикалары һәм Бөйөк Еңеү байрағы менән биҙәлгән автомобилдәр колоннаһы менән уҙҙы.

Тигеҙ сафта Шаран баҫыуҙарында эшләгән ауыл хужалығы техникалары үтә. Киләһе уңышҡа районда быйыл яҡшы нигеҙ һалынды. Иген менән бер рәттән төбәктә юғары табышлы майлы культураларға өмөт итергә мөмкин. Шарандар йәшелсә үҫтереү менән дә әүҙем шөғөлләнә. Төбәктәге тәбиғәт шарттары ер еләгенән мул уңыш үҫтереүгә лә ышанысты арттыра.

Ҡариҙел районы һабантуй майҙананын төбәк батырҙарының фотоһүрәттәре биҙәй. Шанлы үткәндәр яҡты киләсәккә нигеҙ һала. Район халҡы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, тыл хеҙмәтсәндәренең тиңһеҙ батырлығын онотмай. Башҡортостан һәм Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеү өсөн төбәктә ныҡлы нигеҙ һалынған. Ҡырыҫ тәбиғәтле Ҡариҙел ерендә ауыл хужалығына иғтибар йылдан-йыл арта.

Сәсеү барышында юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хеҙмәтсәндәр һабантуй сәхнәһенән тәбрикләнде. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, Рәмил Вәлинуров хәрби бәрелештәр ветерандары советы исеменән телмәр тотоп, Рәсәй Президенты иғлан иткән махсус хәрби операцияға теләктәшлек белдерҙе һәм Башҡортостанда ойошторолған Шайморатов исемендәге батальон тураһында һөйләп китте.

Шайморатов исемендәге батальондың байраҡтары Иглин районы һабантуйында ла урын алды. Илебеҙ Украинала нацизмға ҡаршы көрәш алып барғанда, халҡыбыҙҙың берҙәмлеге мөһим, тип билдәләне хәрби бәрелештәр ветерандарының Иглин районы советы рәйесе Николай Исаев.

Һабантуға хас ят ярыштары, көрәш һәм милли уйындар менән бер рәттән бөгөнгө байрам майҙандарында теләктәшлек автоколонналары ла үтте. Рәсәй, Башҡортостан һәм Бөйөк Еңеү байрағы менән биҙәлгән автомобилдәр Украинала яңынан баш күтәргән нацизмға ҡаршы булыуҙарын һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы тулыһынса хуплауҙарын белдерҙе.

Фото №1 - Бөгөн республиканың 16 районында һәм бер ҡалаһында һабантуй уҙҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ