Проект сиктәрендә Башҡортостанда социаль әһәмиәткә эйә һәм спорт объекттарына юлдар яңыртыла.
Ошо маҡсатта Стәрлетамаҡта Кочетов урамы төҙөкләндерелә. Уның файҙаланыуға тапшырылыуын айырыуса «Содовик» спорт комплексында шөғөлләнеүселәр түҙемһеҙлек менән көтә.
Милли проект ярҙамында был көндәрҙә Волочаевская урамында капиталь ремонт эштәре бара. Бер километрҙан ашыу араны төҙөкләндереү менән «Дорожник» йәмғиәте шөғөлләнә. Бөгөнгә подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре иҫке юлдың өҫкө ҡатламын алып, яңы асфальт түшәй башлаған.
Эште башҡарғанда бар технологиялар ҙа иҫәпкә алына. Шуларҙың береһе Өфөнән килтерелгән асфальттың тейешле температураға яуап биреүе. Көндәр яҡшы торғанда хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты ике-өс көн эсендә тамамларға ниәтләй.
Милли проект сиктәрендә быйыл Стәрлетамаҡта 15 юл участкаһы ремонлана. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 12 километрҙан ашыу. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ғәмәлгә ашырылған программа ҡала юлдарының транспорт-файҙаланыу торошон яҡшытырыуға һәм аварияларҙы кәметеүгә йүнәлтелгән. Муниципалитетта бар эштәрҙе 31 июлгә тамамлау бурысы ҡуйылған.
Илдар Байбулатов




