Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн ошо турала хөкүмәттә үткән опратив кәңәшмәлә белдерҙе. Быйыл 16 меңдән ашыу фатир файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙың дөйөм майҙаны 1 миллион 240 мең квадрат метрға етә. Сафҡа индерелгән торлаҡ майҙаны буйынса, Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында – 8-се, Волга буйы федераль округында – икенсе урында тора. 2022 йылда республикала 2 миллион 300 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү ҡарала. 110 мең самаһы ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта ала. Былтыр Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшөндә рекорд ҡуйҙы – 3 миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды. Йыл йомғаҡтары буйынса республика Рәсәйҙең төҙөлөш тармағында алдынғылар исемлегенә инде.







