“Юлдаш” радиоһы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә әүҙем ауылдар араһында конкурс үткәрҙе. Ул бөгөн тамамланды. Ярышта Әбйәлил районы Күсем ауылы еңеү яуланы. Улар өсөн 1 мең 600-гә яҡын кеше тауыш бирҙе. Конкурс шарты буйынса беҙҙең радионың театр труппаһы Күсемдә спектакль премьераһын күрһәтә. Бүлек мөхәррире Сәриә Рамазанова:
“Буран ФМ” спектакле премьераһы 25 июндә була.







