Башҡортостанда халыҡ һаны артҡан

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре иғлан ителде. Республикала даими 4 миллион 91 мең кеше йәшәй. Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев һөйләй.

Башҡортостанда халыҡ һаны артҡан

Республикала ауылдан ҡалаға күсеүселәр күбәйгән. Әкрәм Ғәниев дауам итә.

Башҡортостанда халыҡ һаны артҡан

Башҡортостанда Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ай һайын халыҡ иҫәбе алыу һөҙөмтәләрен иғлан итәсәк. 25 июндә илдә статистика хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан бөгөн Хөкүмәттә Радий Хәбиров ведомствоның алдынғы белгестәренә дәүләт бүләктәре тапшырҙы.

Фото №1 - Башҡортостанда халыҡ һаны артҡан
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ