Өфөнөң Перинаталь үҙәгендә Луганск халыҡ республикаһынан эвакуациланған ике ҡатындың сабыйы донъяға килгән. Уларҙың ғаиләләре ваҡытлыса баш ҡала янындағы «Связист» шифаханаһында төпләнгән. Яңыраҡ ҡына бала табыу йортонан сыҡҡан бәләкәй Кирилл һәм Владиславтың хәлен Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади төркөмө белеште. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
10 йәшлек Ивана ҡустыһы тыуыуға шатланып туя алмай, бер айы ла тулмаған Кириллды ул йомшаҡ уйынсыҡтары менән әүрәтә. Ләкин барыһы ла әлеге кеүек тыныс булмаған. Өфөлә һыйыныу тапҡан ғаиләгә шартлауҙар аҫтында эвакуацияланырға тура килә.
Чесноковтар ғаиләһе бәләкәс тыуыуға ентекле әҙерләнә. Рубежное ҡалаһында яңы фатир һатып алалар, балалар бүләмһендә ремонт эшләй башлайҙар. Ләкин хыялдар селпәрәмә килә. 9 март Украина артиллерияһының снарядтары улар йәшәгән йортҡа эләгә. Иҫән ҡалыуҙарын Анна Чеснокова мөғжизәгә тиңләй. 7-се айҙа ауырлы ҡатын тышта йөрөгән була, ә тормош иптәше менән ҡыҙы подвалға ҡасып өлгөрә. Эвакуацияланыу, юлда күргән михнәттәр ҡурҡыныс төш кеүек.
Анна Чеснокованың тормош иптәше икмәк комбинатына йөк тейәүсе булып эшкә төшкән. Ивана иһә үҙ тормошонда тәүге тапҡыр балалар лагерына барырға әҙерләнә.
Рубежное ҡалаһында һыуһыҙ ҙа, газһыҙ ҙа ҡалған күп балалы ғаилә балалар баҡсаһының подвалында йәшенеп ултыра. Эвакуация юлы ла оҙаҡҡа һуҙыла. Ҡала ситендәге баҡса йортонда, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрылғының палаткаларында ла йәшәргә тура килә. Ғаилә башлығы Геннадий биш бала менән ауырлы ҡатыны өсөн икеләтә яуаплылыҡ тоя.
Ишле ғаилә 27 апрель Өфөгә килеп етә. Ай ярымдан һуң баш ҡаланың 4-се бала табыу йортонда Кунеркиндарҙың ғаиләһендә тағы бер сабый донъяға ауаз һала. Олеся менән Геннадий хәҙер өс ҡыҙ һәм өс малай үҫтерә. Кескәйгә исемде апай-ағайҙары үҙҙәре һайлаған.
Мәжбүри күсеп килеүселәргә документтар юллау, йәшәү урынын әҙерләү буйынса ярҙам күрһәтелә. Иң мөһиме: бәләкәстәр йәшәгән илдең күге һәр ваҡыт тыныс булһын.
Әлфинә Килдейәрова







