Төҙөлөш материалдарын туплаған 9 фура Луганск халыҡ республикаһына юлланды. Дөйөм көс менән Петровское ҡалаһында Миңлеғәле Шаймуратов исемендәге 22-се мәктәпте төҙөлөкләндереү күҙаллана. Башҡортостан Донбасҡа барлыҡы мең тонна самаһы ярҙам күрһәтте. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
«Торатау» конгресс-холы майҙанынан Луганск халыҡ республикаһына юлланасаҡ сираттағы ылау тупланған. 146 тонна төҙөлөш материалы йыйылған фуралар Петровское ҡалаһына юл тота. Оҙаҡламай унда Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәпте төҙөкләндереү эштәре башлана.
Гуманитар ылауҙы йыйыуға республика халҡы әүҙем ҡушылды. Ярҙамдан ҙур предприятиелар, төрлө ойошма вәкилдәре ситтә ҡалманы. Быға тиклем аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡтар, дарыуҙар оҙатылһа, әле иғтибар емерелгән биналарҙы төҙөкләндереү өсөн төҙөлөш материалдарына йүнәлтелә.
Башҡортостандан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына мең тонна самаһы гуманитар ярҙам оҙатылды. Донбаста Башҡортостан табиптарының хеҙмәт вахатаһы дауам итә. Аҡ халатлылар меңәрләгән пациентҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтә.
Башҡортостан – гуманитар йөктө даими оҙатҡан берҙән-бер Рәсәй субъекты. Туғандарса ярҙам сараһын ойоштороу буйынса төбәктә күп яҡлы эш алып барыла. Украина агрессияһы һөҙөмтәһендә емерелгән социаль объекттарҙы төҙөкләндереү, зыян күргән халыҡҡа ярҙам ҡулын һуҙыу уртаҡ маҡсат һәм көн талабы булып ҡала.
Флорида Ким







