Алыҫ Көнсығышҡа, хәрби хеҙмәткә!

Бөгөн Өфөнән Уссурийск ҡалаһына хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы һалдаттар эшелоны оҙатылды. Улар Үҙәк һәм Көнсығыш хәрби округтарында хеҙмәт итәсәк. Быйыл республиканан Рәсәй Ҡораллы Көстәрен 5 мең егет тулыландыра.

Туғыҙ көн элек кенә уның 18-е тулған. Бөгөн һалдат кейемендә хәрби эшелон менән Алыҫ Көнсығышҡа юллана. Өфөләге колледжда белем алып йөрөгән Мәсетле районы егете уҡыуын туҡтатып тороп хеҙмәт итеп ҡайтырға ҡарар иткән.

Эшелонда Башҡортостандан 200-гә яҡын егет, шулай уҡ Һамар, Һарытау, Ульяновск һәм башҡа төбәктәрҙән армияға китеүселәрҙе тимер юл вокзалында туғандары оҙатып, күстәнәстәр биреп ебәрҙе. Ә кемдең яҡындары килеп өлгөрмәгән, улар сәләм әйтеп ҡалырға ашыға.

Һалдаттар Уссурийск ҡалаһына тиклем поезд менән бара. Алыҫ сәфәр алдынан вагондар санитар эшкәртеү үткән. Һалдаттар 5 меңдән саҡрымдан ашыу юл үтеп, хәрби часҡа һигеҙ көндән барып етәсәк.

Фото №1 - Алыҫ Көнсығышҡа, хәрби хеҙмәткә!

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ