Заман менән бергә атлаған уҡыу йорто

Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы 90 йыллығын билдәләне. Рәсәйгә ул профессиональ спортсылар һәм физкультура уҡытыусылары әҙерләүе менән билдәле.

Әммә заман талабы яңы йүнәлештәрҙе лә үҙләштерергә мәжбүр итә. Олпат йәшен ҡаршылған данлы уҡыу йорто хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортаж.

18 йәшлек кенә Данил Саҙрыев быйыл Пекиндағы Олимпия уйындарында көмөш миҙал яуланы. Ул трамплиндан һикереү буйынса команда ярышында ошо наградаға эйә булды. Әле спортсы Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжына уҡый. Киләсәктә ул «Физик культура» буйынса дипломлы белгес булыр тип көтөлә.

Тарихтан мәғлүм булыуынса, 1932-се йылда асылған техникум иң беренсе Өфө ҡалаһында урынлаша. Ваҡыт үтеү менән уны Стәрлетамаҡҡа күсерергә ҡарар ителә. Исеме үҙгәреп торһа ла, есеме шул килеш һаҡлана. 90 йыл эсендә уҡыу йорто 19 меңдән ашыу белгес әҙерләп оло юлға сығара.

Бөгөн колледжда студеттар өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Уның матди-техник базаһы яҡшы үҫешкән, йәштәргә күңелдәренә яҡын спорт төрҙәре менән ныҡлап шөғөлләнергә мөмкинлек бар. Уҡыу йорто етәкселеге заман менән дә бергә атлай. Тап шуның өсөн дә абитуренттар хәҙер юрист йәки туризм индустрияһындағы һөнәрҙәрҙе һайлай ала.

Мәктәптәрҙә бөгөн физкультура дәрестәре аҙнаһына ике тапҡыр. Әммә был ғына бик аҙ, ти уҡытыусылар. Сөнки көнө буйына парта артында ултырған балаға хәрәкәт етмәй. Шунлыҡтан йәш быуын төрлө сирҙәргә тиҙ һабышып бара.

Башҡортостан вәкилдәренең төрлө ярыштарҙа һәм Паралимпия уйындарындағы юғары ҡаҙаныштары – оҫта ойошторолған белем биреү процессы һәм педагогтарҙың профессионализмына бәйле. Был турала техникумды төрлө йылдарҙа тамамлаусыларҙы йыйған юбилей кисәһендә билдәләнде. Байрам тантанаһында хеҙмәт алдынғыларына маҡтаулы исемдәр тапшырылды.

Фото №1 - Заман менән бергә атлаған уҡыу йорто

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ