Табын-фест. Табын ырыуы йәштәре Ғафури районының Уҡлыҡая итәгендә фестивалгә йыйылды. Быйылдан сара төбәк-ара статусҡа эйә. Табын йәштәрен берләштергән саранан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Уҡлыҡая итәгендә республикабыҙ райондары һәм күрше Ырымбур өлкәһенән табын ырыуы йәштәре йыйылған. Мыйҡы бейҙең вариҫтары ата-бабаларының данлы тарихын онотмай. Фестиваль табын ырыуы батырҙарына һәйкәл асыу тантанаһы менән башланды. Бөркөт рәүешендәге һәйкәлдең авторы – билдәле рәссам Илдар Шәйәхмәтов. Халҡыбыҙҙың һынмаҫ рухы һәм илһөйәрлеген ул ошо аша асҡан.
Фестивальтабын ырыуы батырҙары рухына ҡөръән сүрәләре уҡыуҙан башланды. Әкрен генә һибәләп үткән ямғырҙы халыҡ, доға бағышланған һалдаттар, ил батырҙары рухы шатланыуына юраны.
Рәфис Рәшитов данлыҡлы һунарсылар затынан. Уның ата-бабалары борон-борондан Уҡлыҡая итәгендә кейек аулаған, балыҡ ҡармаҡлаған, ағас эшкәрткән. Батырҙар рухына бағышлап салынған ҡорбан итен ул, боронғо һунарсылар кеүек усаҡта әҙерләп күрһәтте.
Марс Ғәзизов табын-феста ҡатнашыусы йәштәргә ата-бабаларынан килгән солоҡсолоҡ серҙәре хаҡында оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Бал ҡорттары аҫрау яҡшы кәсеп булыуҙан тыш, сәләмәтлеккә лә файҙаһы ҙур, тигән фекерҙә Ҡаранйылға ауылы умартасыһы.
Аҫалы балаҫтар һуғыусы ҡатын-ҡыҙҙар өләсәй-әсәйҙәре кәсебен юғалтмаған. Тиҫтәләрсә йылдар буйына яуҙа йөргән хәләлдәрен көткән ваҡытта улар, ҡул эшенән йыуаныс тапҡан, ирҙәренә тоғролоҡ һаҡлап, илһөйәр балалар баҡҡан.
Ырымбур йәштәре табын-фестҡа буш ҡул менән килмәгән. Улар үҙҙәренең 42 быуынға тиклем шәжәрәһен төплө өйрәнеп, аҡ ҡағыҙға теркәгән. Ырымбурҙар киләсәктә үҙҙәрендә лә табын ырыуҙары йәштәрен йыйыу теләге менән яна.
Табын-фест майҙанында йәштәр үҙҙәрен төрлө ярыштарҙа һынап ҡараны. Егеттәр көрәш балаҫында бил һынашһа, ҡыҙҙар гүзәллек конкурсында табын һылыуҡайы исеме өсөн көрәште.
Эльвира Ахунова табынфестҡа бик етди әҙерләнгән. Ҡул эштәрен, төнъяҡ-көнбайыш төбәгендә әҙерләнгән милли ризыҡ туҡлыҡлы шәңгәләр бешергән.
Табын йәштәре архив материалдары менән эш итеү, милли кейем, йорт кәрәк-яраҡтары етештереүҙә оҫталыҡ дәрестәрендә әүҙемлек күрһәтте. Ә интеллектуаль спорт төрө булған шахмат ярыштарында Арханел районы вәкилдәренә етеүсе булманы.
Табын-фест быуындар күсәгилешлеген, рухи тамырҙарҙы барлау, табын ырыуы йәштәре араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыу маҡсатын ҡуйҙы. Тәбәк-ара сараны юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн Әлфиә Шәйнурова һәм Әлфиә Ғимаҙиеваға Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы тапшырылды.
4-се төбәк-ара табын йәштәре фестивалендә һәйкәл асылды. Бөркәт формаһындағы һәйкәл башҡорт һалдаттарының батырлығын, ҡыйыулығын һәм етеҙлеген сағылдыра. Киләһе йылда табын йәштәре фестивале Балтас районында ойоштороласаҡ.
Гүзәл Борханова







