Һамар өлкәһендә башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл ҡуйылды.
Проект Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм БР Граждандар йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған. Һәйкәлде асыу тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм уның парламент буйынса коллегаһы Александр Хинштейн ҡатнашты.
Һәйкәлдең скульпторы – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов. Ул Өфөләге «Ете ҡыҙ» фонтаны һәм композитор Заһир Исмәғилев һәйкәле авторы булараҡ билдәле.
Рәзилә Ғиниәтуллина




