Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2019-2021 йылдарҙа 188 компания субсидия менән файҙаланған. Былтыр республиканан 95 ойошма 7 бизнес-сәфәр һәм 14 күргәҙмәлә ҡатнашҡан. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡырғыҙстан, Беларусь, Төркиә, Ҡаҙағстан һәм башҡаларында Башҡортостан компаниялары менән танышҡандар. Сәфәрҙәр ваҡытында 35 ойошма яҡынса 9 миллион долларға экспорт килешеүҙәре төҙөгән.




