“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты буйынса быйыл Өфөлә Амантай, Гвардейская, Заводская, Кәрим Хәкимов, Кемеров, Суворов урамдары, Рәсәй менән Чернышевский тыҡрығы участкаларында юлдар төҙөкләндерелә. Был турала бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә белдерелде. Үҙәк хеҙмәткәре Ильяс Сәғитов һөйләй.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла милли проект буйынса юлдарҙы ремонтлауға ҙур иғтибар бүленә.
Башҡортостанда ямғырҙарға бәйле юлдарҙа соҡорҙарҙы ямау буйынса ремонт эштәре 27 июнгә тиклем оҙайтылды.







