Рәсәй Президенты указына ярашлы, 200-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәренә дәүләт наградалары тапшырыла.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова “Икенсе дәрәжәләге Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены миҙалы, Өфөнөң 43-сө поликлиникаһы табибы Лиана Зиннәтуллина Пирогов ордены менән бүләкләнә.




