Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡулланыусылар йәмғиәттәре һәм сауҙа комплекстарына мөлкәткә һалымды, ә ябайлаштырылған һалым системаһы менән файҙаланған йылдам үҫеш биләмәләре резиденттарына йыллыҡ ставканы кәметергә тәҡдим итәләр.
Бынан тыш, бюджет-ара мөнәсәбәттәр тураһындағы законға төҙәтмәләр индереү көтөлә. Көрсөккә ҡаршы саралар пакеты республика парламентының яҙғы сессияны йомғаҡлау ултырышында, 30 июндә ҡарала.
Рафиҡ Әхмәтшин




