Электрик, слесарь-сантехник, элемтәсе, техник-электронсы. Донбасстан күсеп килергә мәжбүр булыусылар үҙ компетенцияһы буйынса эшкә урынлаштырылған. Башҡортостанға килеп, тыныс рельстарға күсеүселәр хаҡында киләһе сюжет.
Евгений Кухаришин Өфөгә Рубежный ҡалаһынан килеп һыйынған. Башҡортостан ғаиләне йылы ҡабул иткән. 12 йәшлек улы, 15 йәшлек ҡыҙы һәм ҡатыны менән улар «Элемтәсе» лагерында йәшәй.Тормош шарттары көйләнеү менән ғаилә башлығы мәшғүллек үҙәге аша балалар һауыҡтырыу лагерына электрик булып эшкә урынлашҡан.
Александр Аванов универсал белгес. Электроника ла, сантехника өлкәһендә лә уға етеүсе юҡ. 1 июндән рәсми эш урыны бар. Киләсәктә яҙмышын Башҡортостан менән бәйләргә теләй., гражданлыҡ юллай башлағандар.
Валерий Цягельник иһә юғары техник белемгә эйә. Уның компетенцияһы республикаға бик кәрәкле. Ул тимер юлы ҡорамалдарын ремонтлай. Луганск халыҡ республикаһының Рубежный ҡалаһынан күсеп килеүсе белгес Рәсәй гражданы булырға теләй.
Башҡортостанда тимер юлын хеҙмәтләндереүҙә юғары квалификациялы белгестәргә ихтыяж ҙур. Луганск халыҡ республикаһынан ғына өс кеше был өлкәлә эшкә урынлаштырылған.
Башҡортостанға күсеп килгән белгестәрҙең тормошо республика Хөкүмәте ярҙамы менән тыныс рельстарға баҫа.Уларҙың бөтәһе лә киләсәген илһөйәр, дуҫлыҡ менән көслө төбәк менән бәйләргә теләй.
Гүзәл Борханова







