Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусында сығарылыш тантанаһы үтте. Ишембай ҡалаһындағы белем усағы Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемен йөрөтә.
Ҡаһарман яҡташыбыҙ миҫалында кадеттарға илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләнә. 47 сығарылыш уҡыусыһы араһынан күбеһе юғары хәрби уҡыу йорттарына инергә теләй. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Уҡытыусыларҙың изге теләктәре оло тормошҡа оҙата. Ишембай ҡалаһындағы Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусында байраҡ менән хушлашыу сығарылыш сараһы уҙғарылды. 47 кадет ҡулдарына аттестат алды, уларҙың икеһе уҡыуын алтын миҙалға тамамлаған.
Илгә хеҙмәт итеү улар өсөн ябай һүҙҙәр түгел. 2013 йылда уҡыу йортона Рәсәй Геройы Александр Доставалов исеме бирелә, байраҡ тапшырыла. Ике йыл элек биләмәлә уның бюсы асыла. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың тарихын кадеттар яттан белә. Унан үрнәк алып ҡына ҡалмай, урындағы музейҙа экскурсиялар үткәреп Александр Васильевичтың ҡаһарманлығы менән таныштыралар.
Икенсе Чечен һуғышының иң ҡанлы бәрелештәренең береһе, 776-сы бейеклектәге яу тип тарихҡа инеп ҡалған. Төньяҡ Кавказда ҡораллы бәрелештәр бара, Рәсәй һалдаттары алдында боевиктар нығынған базаны юҡ итеү бурысы ҡуйыла.
Сепаратистар ауыл-ҡалаларҙы, шул иҫәптән Грозныйҙы ташлап тауҙарға ҡаса. Улар Шатой ауылы эргәһендәге тарлауыҡта нығына. 1 мартҡа ҡараған төндә Александр Доставалов өсөнсө взвод һалдаттары менән 6-сы ротаға ярҙамға килә. Улар ике мең ярым боевикка ҡаршы утлы көрәш алып бара. 90 десантсынан 84-те мәңгелеккә шул бейеклектә ҡала.
Псков десантсылары үҙ ҡаһарманлығы менән боевиктарҙың позицияһын таратырға һәм халыҡ-ара террорҙы туҡтатырға мөмкинлек бирә. Ҡурҡыу белмәгән батырҙарҙы Ишембай кадет корпусында хәрмәтләп иҫкә алалар.
Ишембайҙағы Башҡорт кадет корпусын тамамлаусыларҙың күбеһе уҡыуын юғары хәрби уҡыу йорттарында дауам итәсәк. Шул иҫәптән, кадеттар Александр Доставаловтың эҙе буйынса Василий Маргеолов исемендәге Рязань юғары һауа-десант училищеһын һайлай. Әйткәндәй, Рәсәй Геройының ейәне Олег олатаһы кеүек хәрби булырға һәм Ишембай кадет корпусына уҡырға инергә ниәтләй.
Әлфинә Килдейәрова







