Баймаҡ районында Ғата Сөләймәновтың 110 йыллығы айҡанлы төбәк-ара йыр-моң конкурсы үтте

Баймаҡ районында Ғата Сөләймәновтың 110 йыллығы айҡанлы төбәк-ара йыр-моң конкурсы үтте«Ҡурайсыны данлап. Баймаҡ районының Моҫтай ауылы биләмәһендәге «Ирәндек» этно-тур майҙансығында мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы, төбәк-ара йыр-моң конкурсы үтте. Сара башҡорт мәҙәниәте һәм рухиәте йылы сиктәрендә ойошторолдо. Конкурс хаҡында киләһе яҙмала.

Моҫтай ере йыр моң һөйөүсөләрҙе үҙенә йыйҙы. Был көндө «Ирәндек» этно-тур майҙаны дәртле ҡурай моңонан, дәртле таҡмаҡтарҙан,бейеү көйҙәренән яңғырап торҙо. Республикабыҙға билдәле ҡурайсылар бүләк иткән Ирәндек итәгендә ике йыл рәттән республика кимәлендә асыҡ төбәк-ара ҡурайсылар һәм таҡмаҡсылар бәйгеһе үтә.

Ҡурай бәйгеһе ике төркөмдә өлкәндәр һәм балалар араһында барҙы. Өлкән йәштәге ҡурайсылар араһында Гран -приҙы Түбәнге Яйыҡбай ауылынан Рәмил Хәсәнов яуланы. Уға йүгәнле ат бүләк иттеләр. Балалар араһында беренсе урын Сибай мәктәбе уҡыусыһы Динислам Утарбаевҡа бирелде.

Таҡмаҡтар – халыҡ ижадының быуындан быуынға һаҡланып, күсеп килгән ижад төрөнөң береһе. Төрлө темаға ҡарата сығарылған таҡмаҡтар бәйгеһе ҡыҙыу һәм дәртле барҙы. Ансамблдәр ҙә, яңғыҙ башҡарыусылар ҙа күп булды. Ансамблдәр араһында беренсе урынды Байыш ауылының «Иҫтәлек» халыҡ фольклор ансамбле һәм Түбәнге Иҙрис ауылының «Зарифа» фольклор ансамбле бүлеште. Ә яңғыҙ башҡарыусылар араһында Ҡаратал ауылынан 80 йәшлек Рәйсә Уразбаева яуланы.

Сарала шулай уҡ Әлнисә Алдырханованың мәшһүр ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы, фольклорсы Ғата Сөләймәновтың 110 йыллыҡ юбилейы айҡанлы баҫтырылып сығарылған «Ҡурайсыһын данлай Туғажман» китабының исем туйы ла үтте.

Байрамда шулай уҡ район етәкселеге сараны ойоштороусы «Ирәндек» этно-тур етәксеһе Фәнис Кәримовҡа «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау,б илдәле шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштереү өлкәләрендәге әүҙем эшмәкәрлектәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы

Ауыҙ-тел ижадын, мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү – йәмғиәтебеҙҙең изге бурысы. Юғары кимәлдә ойошторолған бәйгенән һәр кем көс һәм дәрт алып ҡайтты.

Фото №1 - Баймаҡ районында Ғата Сөләймәновтың 110 йыллығы айҡанлы төбәк-ара йыр-моң конкурсы үтте

Альбина Байегетова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ