Видеоконференция тәртибендә уҙғарылған кәңәшмәгә Президент Владимир Путин рәйеслек итте. Ултырышта 2030 йылға тиклем төҙөлөш тармағы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы үҫеше ҡаралды.
Кәңәшмәгә видеоэлемтә саралары аша Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡушылды. Дәүләт башлығы илдең төҙөлөш тармағы ҡеүәте юғары булыуын билдәләне. Уны тулы кимәлдә тормошҡа ашырыу өсөн «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты мөҙҙәтен 2030 йылға тиклем оҙайтыу тәҡдимен индерҙе.
2021 йылда Рәсәйҙә 92 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, 4 миллион ғаилә йорт туйлаған. Президент белдереүенсә, киләһе осорға төп бурыстар торлаҡ менән тәьмин итеүҙе артабан камиллаштырыу һәм уның хаҡын кәметеү.
2022 йылдың ғинуар-май айҙарында Башҡортостанда 1 миллион 200 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Былтырғы осор күрһәткестәренән был яҡынса 114 процентҡа күберәк. 1 майҙа республикала яҡынса 44 ярым миллиард һумлыҡ 17 меңдән ашыу ипотека кредиты юлланған. Быйыл Башҡортостанда 766 күп фатирлы йортто ремонтлау, 200-ҙән ашыуында 700-гә яҡын лифтты алмаштырыу ҡаралған.




