Октябрьскийҙағы ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында бер юлы өс туй гөрләне

Бер юлы өс туй. Октябрьский ҡалаһының ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернаты тәрбиәләнеүселәре тантаналы шарттарҙа сәстәрен сәскә бәйләне. Өйләнеүселәр өсөн күсмә теркәлеү ойошторолғайны. Парҙарҙың үҙенсәлекле мөхәббәт тарихтары менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади төркөмө танышты. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Сергей Вервинский менән Александра Устинова концертта танышҡан. Икеһе лә йырсы. Тәү күреүҙә үк сибәр ҡыҙ күңелемә ятты, ти кейәү. Йәштәрҙең хистәренә аралар ҙа ҡамасауламай. Һөйгәне арҡаһында егет Яңауыл интернатынан күсеп килә..

Тәүҙә шылтыратышып ҡына торҙоҡ. Аралашыуҙа дөйөм темалар күп ине. Мин уға тәү ҡараштан уҡ ғашиҡ булдым. Минең яҙмышым икәненә инандым.

Александра Устинова-Вервинская

Ялҡынлы хистәрен ул шиғри формала белдерә. Ижади күңеле менән йөрәгемде арбаны ла инде, ти һөйгәне. Рево Имәнғолов менән Әлфиә Кочеткова өлкән йәштә мөнәсәбәттәрен теркәргә ҡарар иткән. Мөхәббәт йәшкә ҡарамай, ти улар.

Ә бына Владимир Перелыгин менән Римма Мөхәмәтшина интернат баҡсаһында танышҡан. Бөгөн улар – законлы рәүештә өйләнешкән ир һәм ҡатын. Тантана шартлы рәүештә ЗАГС-ҡа әүерелгән интернат бүлмәһендә үтте. Зал талап ителгәнсә матур итеп биҙәлгәйне. Байрам традицион йолалар менән үрелеп барҙы.

Октябрьский ҡалаһының ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында йәмғеһе 14 пар никахын теркәгән. Уларҙың яртыһы ҡалаға күскән. Бер ғаиләлә 3 бала тәрбиәләнә. Ә бөгөнгө парҙарға артабан туй сәйәхәтен үткәреү урынын һайларға ҡала.

Фото №1 - Октябрьскийҙағы ҡарттар һәм инвалидтар йорт-интернатында бер юлы өс туй гөрләне

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ