Оло яу 4 йыл дауам итә. Ошо осорҙа фронтта һәм тылда миллионлаған кешенең ғүмере өҙөлә. “Бөйөк Еңеүҙе күп милләтле Совет халҡы яуланы. Был турала оноторға, тарихты үҙгәртеп күрһәтергә хаҡыбыҙ юҡ”, ти тарихсы Нурислам Ҡалмантаев.
Хәтер һәм ҡайғы көнөндә республиканың бөтә райондары һәм ҡалаларында кисен “Хәтер шәме” акцияһы уҙа.







