Бөгөн Өфөлә Александр Матросов һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы булды. Сарала Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов, Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, курсанттар һәм йәш армиясылар ҡатнашты. Митингта Тыуған иле өсөн башын һалғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар. Республика парламенты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов:
Бөгөн Ленин паркында яугирҙарҙың туғандарына уларҙың шәхси әйберҙәре һәм документтары тапшырылды. “Рәсәй Эҙмәрмәндәр отряды һәм уның төбәк бүлектәре Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарының исемен мәңгеләштереү менән шөғөлләнә. Яҙғы вахтала 138 яугирҙең һөйәктәре табылды. Бөгөн тағы ла 4 яҡташыбыҙ тыуған еренә ҡайтарыла”, - тип белдерҙе “Толпар” эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Илдус Мөсәлимов.







