Бөгөн Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә

1941 йылдың 22 июнендә илебеҙ тарихындағы иң ҡан ҡойошло аяуһыҙ һуғыш башлана. Был көндө яугирҙар иҫтәлегенә дәүләт учреждениеларында флагтар төшөрөлә.

Ил буйынса хәтер саралары уҙа, һөйкәлдәргә сәскәләр һалына. Төрлө илдәрҙе берләштергән «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияһы ла ошо көнгә арналған. Бөгөн иртән Өфөнөң Ленин исемендәге паркында Александр Матросов һәйкәленә сәскәләр һалынды.

Хәрби патриотик-клубтар тәрбиәләнеүселәре , кадеттар, юнармеецтар Сергиев зыяратында хәтер шәме акцияһын уҙғарҙы. Киске сәғәт биштә «Родина» кинотеатрында Элем Климовтың «Бар һәм ҡара» тигән фильмы күрһәтелә. Сәғәт алтыла «Хәтер шәме» акцияһы республика хәрби дан музейында дауам итә.

Музейға килеүселәрҙе «Башҡортостан һуғыш йылдарында» тигән экскурсия көтә. Артабан музей алдында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Концерт хоры сығыш яһай. Программаға Бөйөк Ватан һуғышы тураһында популяр йырҙар индерелгән.

Фото №1 - Бөгөн Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ