Башҡортостанда 32 меңгә яҡын йорт догазификация программаһына эләгә

Йәғни быға тиклем дә ауылда газ булып селтәргә тоташтырылмаған йорттарға зәңгәр яғыулыҡ биреләсәк. Был эш ил башлығы ҡушыуы буйынса бушлай башҡарыла.

Газ торбалары ҡулланыусының ихатаһына тиклем бушлай уҙғарыла. Әле программа менән файҙаланыу теләге белдереп, 24 мең кеше ғариза яҙған. Уларҙың 89 проценты буйынса эш башланған. Республика халҡын энергия ресурстары менән тәьмин итеү мәсьәләһе бөгөн Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә өйрәнелде.

Юғары технологиялы ҡорамалдарҙан алып ябай торбаларға тиклем. Зәңгәр яғыулыҡты редукторҙар аша үткәреүсе шкафтарҙы Өфө белгестәре 15 йылдан ашыу етештерә. Йылына йөҙҙән газ көйләү блоктары, редукция шкафтары һәм торбаларҙы тутлауҙһан һаҡлау ҡорамалдары.

Барыһы ла үҙебеҙҙә етештерелә. Шуға ла шәхси торлаҡты , социаль, сәнәғәт объекттарын зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү эше тотҡарланмай.

Газ үткәреү өсөн бар ҡорамалдарҙы ла үҙебеҙ етештерәбеҙ. Йорт эсендәге техника ла башлыса Рәсәйҙә етештерелә. Шулай уҡ Белорусия, Ҡытай, Төркиә илдәре менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Улар менән ҡатмарлыҡтар юҡ һәм шуға күрә газификация эше лә пландан тайпылмай.

Альберт Лоҡманов, «Газпром межрегионгаз Өфө» йәмғиәте генераль директоры

Һөҙөмтәлә 2025 йылға тиклем республикала газ селтәрҙәренә 25 мең йорт һәм 300 социаль объект тоташтырыласаҡ. Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташыу арзан эш түгел. Торбалар урамдан ғына үткән хәлдә лә уны йортҡа индереү күптәрҙең хәленән килерлек түгел. Был осраҡта дәүләт ярҙамына өмөт итергә мөмкин.

Бынан тыш, догазификация программаһы ла эшләй. Йәғни торбалар үтеп тә уға тоташмаған йорттарға зәңгәр яғыулыҡ индерелә. Дөрөҫ, кәртә сигенә тиклем, ҡалғанын хужа үҙ иҫәбенә башҡара. Әле был программала ҡатнашырға теләк белдереп, ғариза яҙған 24 мең кешенең 5 меңдән ашыуы зәңгәр яғыулыҡ менән файҙалана. «Газпром»дың федераль кимәлдәге етәкселеге был эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа һәм күпкә тиҙләтергә ҡушты.

Фото №1 - Башҡортостанда 32 меңгә яҡын йорт догазификация программаһына эләгә

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ