Программаға ярашлы, айырым төркөмгә ингән кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Бының өсөн 16 миллиард ярым һум тотонола. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, газ үткәреүгә сертификат тапшырыу тәжрибәһе яҡшы тормошҡа ашырыла.
Башҡортостанда йорттарға газ торбалары һуҙыу буйынса федераль программала ла уңышлы эшләй. Бөгөнгә 24 меңдән ашыу заявка ҡабул ителгән. Әле республикала йорттарҙың 84 процентына газ үткән.







