Батыр ат тураһында спектакль ҡуйыла

Башҡорт атына мәңгелек дан. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир ат, Керчҡа арнап яңы спектакль әҙерләй. Көслө һәм талымһыҙ ҡара айғыр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына тоғро фронтташ була. Дүрт йыл ут эсендә йөрөгән Керчь Уралдан алып Берлинғаса яу юлы үтә, тыуған яҡтарына – Миәкә районының Илсеғол ауылына иҫән әйләнеп ҡайта. Әле спектакль өҫтөндә репетиция башланған. Театрҙың ҡуйыусы режиссеры Айҙар Зарипов һөйләй.

Батыр ат тураһында спектакль ҡуйыла

Һуғыштан һуң Керчь колхозда 14 йыл хеҙмәт итә. Башҡортостандан 72 мең ат Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Фото №1 - Батыр ат тураһында спектакль ҡуйыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ