Уға юристар, журналистар, ғалимдар, экологтар, йәнлектәрҙе яҡлаусылар, әүҙемселәр, ижади интеллигенция һәм бизнес ойошмалары, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе, профсоюз хәрәкәте вәкилдәре, дин әһелдәре инде. “Йөрәк һүҙе” шиғриәт телепроекты авторы Наилә Сәфәрғолова советта халыҡтарҙың мәҙәниәте, телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү, тыуған телдә уҡыу хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса яуаплы була.







