Бөгөн Өфөлә “Айыҡ ауыл” конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Ярыш финалына 12 ауыл сыҡты. Бәләкәй ауылдар араһында Йылайыр районы Сәләх ауылы беренсе урынға лайыҡ булды. Урта ҙурлыҡтағы ауылдар араһында Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылына, ә ҙур ауылдар араһында Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы һәм Тәтешле районы Түбәнге Балтас ауылына беренсе урын бирелде.  Уларға аҡса сертификаттары тапшырылды. Әбелмәмәбәт урта мәктәбе уҡытыусыһы Шәфҡәт Ғәликәев һәм Хәйбулла районы вәкиле Таһир Юнысов тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

Бөгөн Өфөлә “Айыҡ ауыл” конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

“Конкурс халыҡты берләштерә”, - ти Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Бөгөн Өфөлә “Айыҡ ауыл” конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Конкурста еңеү яулаған ауылдарҙың тулы исемлеге менән Бәйләнештә социаль селтәрендә “Ҡоролтай” төркөмөндә танышырға була.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә “Айыҡ ауыл” конкурсы еңеүселәре бүләкләнде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ