Был турала Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы төбәк үҫеше буйынса комиссия президиумы ултырышында билдәле булды.
Республика етәксеһе видеоконференция режимында Нефтекаманы һәм Өфөнөң "Көньяҡ ҡапҡаһын" комплекслы үҫтереү проекттарын тәҡдим итте. Транспорт, коммуналь һәм социаль объекттарҙы яңыртыуға һәм төҙөүгә ғаризаларҙың бюджет кредиты – 19,6 миллиард һум. Проекттарҙы 2025 йылға тиклем тормошҡа ашырыу планлаштырылған.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин етәкселегендәге комиссия Башҡортостандың төҙөлөш тармағын үҫешенең яҡшы темптарын билдәләп, өҫтәмә финанслауҙы хупланы.




