2026 йылға республикала иҫкергән белем усаҡтары ҡалмаясаҡ

Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау федераль программаһына Башҡортостандан 365 мәғариф учреждениеһы ингән. Шул иҫәптән 63 белем усағы яңы уҡыу йылына әҙер буласаҡ. Федераль субсидиялар күләме буйынса республика илдә өсөнсө урында.

Беренсе сентябрҙе был тиклем дә көткән юҡ ине, ти балалар. Хатта каникул ваҡытында ла мәктәп янынан китмәй үҙгәрештәрҙе күҙәтә. Бер юлы ихатаны ла тәртипкә килтерәләр.

Хәйбулла районының Маҡан ауылында эштәр барышына балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә үҙ йортонда ремонт барғандай ҡыуана. Сөнки 1961 йылда төҙөлгән белем усағы быға тиклем бындай ремонт күргәне юҡ. Өлөшләтә генә төҙөкләндереп торғандар.

Хәҙер иһә мәктәп эстән дә тыштан да яңыра. Барлыҡ коммуникациялар ҙа тулыһынса алмаштырыла. Уҡыу кәрәк-яраҡтары, ҡорамалдар ҙа өр-яңынан һатып алынасаҡ.

Апрелдә генә башланыуына ҡарамаҫтан, капиталь ремонтты ваҡытынан алда тамамларға иҫәп тоталар. Беренсе авгусҡа эштәр тамамланыр тип көтөлә. Яңыртылған мәктәпкә 120 бала барасаҡ.

Программаға 50 процентҡа таушалған биналар индерелә. 2026 йылға тиклем республикала иҫкергән белем усаҡтары ҡалмаҫ тип көтөлә. Сөнки Башҡортостан проектҡа индерелгән мәғариф учреждениелары буйынса алдынғы урында килә.

Фото №1 - 2026 йылға республикала иҫкергән белем усаҡтары ҡалмаясаҡ

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ