Дежур бүлеккә телефонын урлатҡан 50 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән.
Зыян күреүсе хәбәр итеүенсә, Октябрь проспектында уның эргәһенә таныш булмаған кеше килеп, музыка тыңлау өсөн ҡолаҡсынын һорай. Әммә ысынбарлыҡҡа уны ҡорбанының кеҫә телефоны ҡыҙыҡһындыра. Әмәлен табып енәйәттә ғәйепләнеүсе гаджетты алып ҡаса. Шулай ҙа уның юлын 17 йәшлек Матвей Вежнин быуа.
Уҡыусы бала ҡасып барыусынының артынан эҙәрлекләгән ваҡытта полицияға шылтыратып өлгөрә. Һөҙөмтәлә телефон буры ҡулға алына. Уның Өфө районынан 32 йәшлек ир булыуы асыҡлана. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.




