Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс холында республика кимәлендәге ярышта ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Сара сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр, тематик майҙансыҡтар, фекер алышыуҙар ҙа ойошторолдо. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.
Айыҡ ауыл. Республикала 11 йыл элек башланған конкурсты хәҙер тотош Башҡортостандың йөҙөн билдәләүсе проект, бренд тип әйтергә мөмкин. 2019 йылда ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан да күтәреп алына һәм киң таралыу ала. Проектты республика етәкселеге лә хуплай һәм финанслау билдәләй. Әммә был конкурста эш аҡсала түгел, уның маҡсаты күпкә тәрәнерәк һәм әһәмиәтлерәк.
Быйыл муниципаль этапта 52 райондан 464 ауыл үҙ көсөн һынап ҡараған, республика этабына 47-һе сыҡҡан. Еңеүселәр исемлегендә – 12 ауыл. 40 миллион һумлыҡ приз фонды ошо төбәктәр араһында бүленә. Бөтәһе – 4 номинация. 1 меңдән ашыу кеше йәшәгән эре тораҡ пункттар араһында 1-се урынды Бөрйән районы Әбделмәбәт ауылы яуланы, улар 6 миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Ә ҙур ауылдар араһында еңеүсе һәм 5 миллион һумлыҡ сертификат Тәтешле районы Түбәнге Балтас ауылында.
«Урта һәм бәләкәй тораҡ пункттар» номинацияларында беренсе баҫҡыста Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол, Йылайыр районы Сәләх ауылдары. Улар 4 һәм 3 миллион һумлыҡ сертификаттар менән бүләкләнде. Еңеүселәр әйтеүенсә, был берҙәм һәм тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе.
Шулай уҡ икенсе, өсөнсө урын яулаусыларға ла аҡсалата сертификаттар тапшырылды. Әммә Өфөлә уҙған йомғаҡлау тантанаһы бүләкләү генә түгел, эшлекле программаға ла бай. 4 урында түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо, ерле халыҡты борсоған мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү буйынса стратегик сессия, тематик майҙансыҡтар эшләне.
Мәҫәлән, Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡатнашлығындағы түңәрәк өҫтәлдә һүҙ ҡануни нигеҙҙәр хаҡында барҙы, әгәр халыҡ үҙе тәҡдим менән сыҡҡан осраҡта спиртлы эсемлектәр һатыуҙы закон буйынса ла тыйырға мөмкин.
Ошо йылдар эсендә сәмле ярышта 5 меңгә яҡын ауыл үҙ көсөн һынай. «Айыҡ ауыл» төбәктәрҙе берләштереүсе, дәртләндереүсе, яңы бейеклектәргә әйҙәүсе сараға әүерелә. Әҙерлек сиктәрендә биләмәләр төҙөкләндерелә, экологик өмәләр ойошторола, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар тергеҙелә, милли байрамдар, спорт ярыштары уҙғарыла. Ә иң мөһиме быуындар бәйләнеше нығына, өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә еңеүгә үҙ өлөшөн индерә.
Айыҡ ауыл ябай ғына конкурс түгел, уның нигеҙендә халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау, айыҡ тормошто пропагандалау, спиртлы эсемлектәр, тәмәке тартыуҙы тыйыу, йәмәғәтселектең менталитетын үҙгәртеш кеүек маҡсаттар ята. Сөнки беҙҙең тормоштағы күп проблемалар ғаиләләр тарҡалыуы, ғаиләләге йәберләү күренештәре, сабыйҙарҙың етем ҡалыуы, үҙ үҙеңә ҡул һалыу осраҡтары тап эскелек менән бәйле.
Ошо проект бер генә ауыл халҡының йәшәйешенә ыңғай үҙгәрештәр индергән хәлдә лә конкурс үҙ маҡсатына өлгәште тип әйтергә мөмкин. Ә айыҡ ҡарашлы төбәктең бөгөнгөһө лә, киләсәге лә ныҡлы һәм ышаныслы.
Рәмзиә Кәримова







