Документтың яңы редакцияһына ярашлы, Совет рәйесе итеп Зөлфиә Ғайсина тәғәйенләнгән.
БЮТ-ҡа биргән интервьюһында Зөлфиә Ғайсина совет составының яртыһы яңырыуын, уның элеккесә кеше хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтарын асыҡлау өлкәһендә әүҙем эшләйәсәген, был йәһәттән өлөшләтә төҙөлөштө алданыусылар мәнфәғәттәре лә иғтибар үҙәгендә буласағын белдерҙе. Шулай уҡ туризм өлкәһен үҫтерүгә лә иғтибар бүленәсәк. Бынан тыш, Донбасста йәшәүселәргә ярҙам күрһәтеләсәк.




