Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында 5-се Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте.
Түңәрәк өҫтәлдә хәҙерге ысынбарлыҡта дәүләт һәм муниципаль идара системаһын камиллаштырыу тураһында барҙы.
Халыҡ-ара кимәлдә үткән конференция эше ике секцияла ойошторолдо. Тәүгеһендә бөгөнгө шарттарҙағы дәүләт идараһы, икенсеһендә муниципаль мәсьәләләр тикшерелде. Делегаттар араһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, дәүләт һәм муниципаль власть органдары етәкселәре, ғилми хеҙмәткәрҙәр, студенттар, Донецк халыҡ республикаһы башлығы ҡарамағындағы дәүләт идара итеү академияһы ректоры урынбаҫары ла бар ине.
Гүзәл Борханова




