Бағры фермаларында нимә үҫтерелә?

Ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында балыҡ үрсетеү өсөн алынған лицензиялар телгә алынды. Баҡтиһәң, республикала бағры быуалары өсөн рөхсәт алып, йылға буйындағы ҡом-ҡырсынташты һатыу осраҡтары йышая башлаған.

Тикшереүселәрҙең, ни өсөн ҡаҙаһығыҙ тигән һорауға, быуа төбөн тәрәнәйтәбеҙ тигән яуап та әҙер. Ведомство-ара комиссия ағзалары бындай осраҡтарға айырыуса иғтибарлы булырға саҡырҙы.

Дөйөм алғанда, ҡаҙылма байлыҡтарҙы намыҫһыҙ файҙаланыу һөҙөмтәһендә республика ҡаҙнаһы 800 миллион һум самаһы юғалтыу кисерә. 1 миллиард һумлыҡ һалымдың ни бары 200 миллион туплана. Әммә әлеге осорҙа тармаҡта тәртип урынлаштырыу өсөн һалынған көс емештәрен бирә.

Ведомство-ара комиссияның бер йыллыҡ эш һөҙөмтәһе булараҡ халыҡ, ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыусылар һәм урындағы власть вәкилдәре араһында элемтә булдырылған. Тупаҫ закон боҙоу осраҡтарына юл ҡуйылмай. Мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн эҙмә-эҙлекле саралар күрелә.

Фото №1 - Бағры фермаларында нимә үҫтерелә?

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ