Республикала улар – 39. Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары ошо хаҡта белдрҙе.
Григорий Орджоникидзе Башҡортостан башлығы менән осрашыуҙа профессиональ белем биреү буйынса ЮНЕСКО үҙәген төҙөү тәҡдимен индерҙе. Шул иҫәптән, уның базаһында геопарктар өсөн белгестәр әҙерләргә мөмкин. Берлектәге эшмәкәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.
Атап әйткәндә, «Янғантау» геопаркы Рәсәйҙә беренсе булып ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә инде. Төбәк башлығы билдәләүенсә, биләмә артабан да үҫәсәк. Радий Хәбиров ҡунаҡты 9 июлдә Бөрйән районына саҡырҙы. Тап ошо көндә «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексын рәсми асыу тантанаһы үтә.




