Шишмә ҡасабаһының Төньяҡ микрорайонында йәшәүселәр 2020 йылда төҙөлә башлаған объекттың бөгөнгәсә ҡулланыуға тапшырылмауына дәғүә белдерә. Селтәрҙәр тулыһынса тиерлек һалынған, әммә уларҙы техник сәбәптәргә бәйле ҡабул итмәйҙәр. Зәңгәр яғыулыҡһыҙ интеккән урындағы халыҡ менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
Ғәббәсовтар ғаиләһе газ менән тәьмин итеүсе компания менән килешеү төҙөп, йорттарына зәңгәр яғыулыҡ ебәреү буйынса барлыҡ техник ҡорамалдар һатып алып ҡуйған... Әммә газ үткәргес торбалар өйгә түгел, урамға тиклем дә барып етмәгән. Сөнки бар микрорайонды тәьмин итәсәк селтәр төҙөлөшөндә ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килгән.
Республиканың капиталь төҙөлөш идаралығы менән подрядсы ойошма төҙөгән килешеүгә ярашлы төньяҡ микрорайионға газ үткәргес торбалар һалыу былтыр сентябрҙә үк тамамланырға тейеш булған. Әммә төҙөлөш тотҡарлана. Бөгөн был биләмәлә тиҫтәгә яҡын урамға зәңгәр яғыулыҡ үтмәгән.
Һөҙөмтәлә урындағы халыҡҡа электр уты ярҙамында, йә утын яғын йорттарын йылытырға тура килә. Был, әлбиттә, күптәр өсөн финанс яҡтан ауырға төшә. Биләмәләге ер участкалары башлыса күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бүленгән.
Шишмә ҡасабаһының Төньяҡ һәм Йылға аръяғы микрорайондарында газ үткәргесте сафҡа индереү менән шөғөлләнгән подрядсы ойошма етәкселеге билдәләүенсә, объекттағы төҙөлөш эштәре финиш һыҙығына яҡынлашҡан.
Бер ай эсендә объекттағы эштәр тамамланырға тейеш. Сираттағы вәғәҙә үтәлерме?! Был эш урындағы хакимиәт тарафынан да контролгә алынған. Ғәббәсовтар ғаиләһе иһә өмөттәрен өҙмәй, быйылғы ҡышты зәңгәр яғыулыҡ менән ҡаршы алырға йыйына. Яңы ҡаҙан, газ плитаһы ла күптән һатып алынған.
Шишмә ҡасабаһының Төньяҡ, Йылға аръяғы микрорайондарындағы ер халыҡҡа 2010 йылдарҙан бүленә башлаған. Әле ярты меңгә яҡын участка иҫәпләнә. Уларҙың һикһән процентында йорттар ҡалҡҡан. Биләмәгә газ үткәндән һуң төҙөлөш тағы ла йәнләнер, инфраструктура үҫеш алыр, тигән өмөттә урындағы халыҡ.
Гөлназ Хәйбуллина




