Комфорт класлы оригиналь торлаҡ комплексы менән республика Төҙөүселәр ассоциацияһы ағзалары танышты. Сираттағы күсмә кәңәшмә «Самоцветы» тип исемләнгән яңы кварталда үтте.
Төбәк инвестиция-төҙөлөш компанияһының «Самоцветы» кварталы биләмәһе буйлап ойошторолған сәйәхәт Республика Төҙөүселәр ассоциациацияһы күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларҙа ыңғай тәьҫораттар уятты. Ландшафт дизайны менән эшләнгән шәхси парк, фонтан, балалар аттракционы – барыһы ла зауыҡлы һәм заманса.
Бында һәр нәмә уйланылған – йәйәүлеләр зонаһы, балалар уйын майҙансығы һәм башҡалар. Ҡыйыҡта ихатаны яҡтыртыусы һәм торлаҡ комплексында йәшәүселәрҙең гаджеттарын зарядкалау өсөн ҡояш батареялары ҡуйылған.
Квартал концепцияһының төп үҙенсәлеге – тыуған төйәктең аҫылташтары менән биҙәлеүе. Сағыу таштар һәр йортҡа айырым төҫ, образ бирә. Республика Төҙөүселәр ассоциацияһы вәкилдәре квартал ҡаланың йөҙө буласағын билдәләй.
«Самоцветы» кварталы төҙөлөшө 2019 йылда башланған. Бөгөн ике йорт - «Янтарь» менән «Агат» файҙаланыуға тапшырылған да инде.
«Самоцветы» кварталы республиканың һәм Бөтә Рәсәй конкурстарының юғары наградалары менән билдәләнгән. 2021 йылда ул ил буйынса «ТОП Торлаҡ комплекстары « яңы йорттар төҙөлөшө конкурсында еңеү яулай. Әлеге ваҡытта Төҙөүселәр берҙәм ресурсы фекеренсә, ул республика рейтингын етәкләй.
Рәйлә Күсемханова




