Республикала иң яҡшы табиптар иғлан ителде

Табиптарға рәхмәт! Бөгөн Өфөлә республика медицина хеҙмәткәрҙәрен бүләкләйҙәр. Тантаналы саралар алты майҙансыҡта уҙа. Дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәр менән бер рәттән конкурста еңеү яулаған белгестәр ҙә тәбрикләнә. Лира Хәбирова - “Йыл табибы”. Ул республика конкурсында “Иң яҡшы ауыл табибы” номинацияһында еңеү яулаған. Лира Юлай ҡыҙы хеҙмәт юлын Өфөлә башлай. 2009 йылда тыуған яғы – Хәйбуллаға ҡайтырға ҡарар итә. Бөгөн ул Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында эшләй.

Республикала иң яҡшы табиптар иғлан ителде

Булат Кәбиров – “Йылдың иң яҡшы фтизиатры”. Ул Стәрлетамаҡ Туберкулездан дауалау диспансеры бүлек мөдире. “Медицина белгестәре араһында ойошторолған конкурстар үҙеңде күрһәтергә, башҡаларҙан өйрәнергә мөмкинлек бирә”, - ти ул.

Республикала иң яҡшы табиптар иғлан ителде

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Өфөлә 300-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре бүләкләнә.

Фото №1 - Республикала иң яҡшы табиптар иғлан ителде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ