Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөндә ҙур проекттар үтәлеше ҡаралды

Республика Төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышында ДОМ.РФ финанс институты менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре өйрәнелде. Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында дәүләт компанияһы менән 21 миллиард ярым һумға килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы, Өфөлә һуғыш ветерандары госпитале, математика лицей-интернаты төҙөлә, Ағиҙел аръяғында һыу үткәрелә. Бынан тыш, ДОМ.РФ банкы ярҙамында алданған өлөшсөләр мәсьәләһе хәл ителә. Республикала шәхси йорттар төҙөү буйынса проект һынала. Өфө районы Миловка ауылында 26 меңдән ашыу квадрат метр торлаҡ төҙөләсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөндә ҙур проекттар үтәлеше ҡаралды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ