Саҡмағош районында манипулятор водителе аварияла һәләк булған

Юл-транспорт фажиғәһе уҙған төндә Яңы Ҡото ауылының Көнбайыш урамында теркәлгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, «Митсубиси» автомобиленең 49 йәшлек водителе юл ситендә торған «Фредлайнер» менән бәрелешә.

Өфөлә йәшәүсе манипулятор хужаһы ауыр тән йәрәхәттәре ала. Дауаханаға алып китеп барғанда ул вафат була. Фажиғәле осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған.

Фото №1 - Саҡмағош районында манипулятор водителе аварияла һәләк булған
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ