Көйөргәҙе районында бешмә сиренә бәйле карантин иғлан ителде. Ҡурҡыныс сир йоҡторған ике баш мал юҡ ителде. Ауырыуҙы кисектереү өсөн ветеринарҙар барыһын да эшләй. Райондың Яңы Отрада ауылында үткән ветеринарҙар күнекмәһенең сценарийы ошолай ине. Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү уйҙырмаһын БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин күҙәтте.
Көйөргәҙе районы Яңы Отрада ауылында карантин. Эре мөгөҙлө малдарҙа бешмә сире табылыуы сәбәпле, зарарланған биләмәгә ингән һәр машина дезинфекциялана. Ит-һөт продукцияларын сығарыу бөтөнләй тыйылған.
Күнекмә булыуға ҡарамаҫтан, сара ысынбарлыҡҡа тап килтерерлек итеп ойошторолғайны. Ваҡиға урынына ветеринария, лаборатория хеҙмәте, дезинфекция ҡоролмалары йәлеп ителде. Зарарланған биләмәлә шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре дежурҙа булыуы ла шарт. Сөнки, бешмә ауырыуының кеше һаулығына зыян килтереүе лә ихтимал.
Сара барышын республика район-ҡалалары ветеринарҙары күҙәтте. Шулай уҡ Ырымбур өлкәһе һәм Татарстан республикаһы вәкилдәре лә саҡырылғайны. Ә инде күнекмәләрҙең тап Көйөргәҙе районында ойошторолоуы осраҡлы түгел. Сөнки, былтыр йыл аҙағында күрше өлкәнең сиктәш районында малдарҙа бешмә сире табыла.
Шуға ла ситтән килтерелгән мал ветеринария тикшереүе үтеп, мотлаҡ 30 көн карантинда тотолорға тейеш. Көйөргәҙе районында үткән кәңәшмәлә хәүефле сирҙәрҙе иҫкәртеү мәсьәләләре ентекләп тикшерелде. Республиканың Ветеринария идаралығы урындағы хеҙмәттәрҙең ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек кимәлен баһаланы.
Ошондай уҡ уҡыу-штаб күнекмәләре күрше Федоровка районында ла үтте. Төбәктә ҡош киҙеүенә бәйле профилактик саралар ойошторолдо. Иҫкәртелгән, тимәк ҡоралланған тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Бындай күнекмәләр белгестәргә республика төбәктәрендә мал сирләүгә бәйле күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймау мөмкинлеге бирә.
Азат Ғәлиуллин




